Башҡорт википедистары Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә биш конкурс һәм алты онлайн курс үткәрәсәк

Материал из Викиновостей, свободного источника новостей
Башҡа телдәрҙә: башҡортса • English • русский • татарча / tatarça

19 января 2021 года

Башҡорт Википедияһы логотибы
В этой статье упоминается Фонд Викимедиа, какой-либо из его проектов или люди, имеющие к ним отношение. Викиновости — один из проектов Фонда Викимедиа.

2021 йылдың 18 ғинуарында башҡорт википедистары, ғәҙәттәгесә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы аша, Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды үткәргән Башҡортостан Республикаһы гранттары конкурсында еңеүе тураһында иғлан итте.

«Башҡорт телендә Башҡорт Википедияһына һәм Викимедианың туғандаш проекттары ирекмәндәренә ярҙам итеү үҙәге» проекты 38 еңеүсе иҫәбендә (Архивная копия от 27 января 2021 на Wayback Machine).

1 807 797 һум күләмендәге грант «Викимедиа РУ» коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡҡа Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында бүленә (Архивная копия от 28 января 2021 на Wayback Machine). Был — Рәсәй чаптерының беренсе тапҡыр төбәк грантына сығыуы.

Проекттың күҙалланған һөҙөмтәләре:
  • Яңы ирекмәндәр — 90 кеше.
  • Википедияла яҙылған яңы мәҡәләләр — 900 мәҡәлә.
  • Википедияла булған мәҡәләләр тулыландырылған — 300 мәҡәлә.
  • Яңы белешмә биттәре булдырылған «Википедия:Справка» — 80 бит.
  • Викимәғлүмәт (Викидата) белем базаһында мәғлүмәт булдырылған — 300 яҙма.

Википедистар аныҡлауынса, грант иҫәбенә биш тематик мәҡәләләр конкурсы, шул иҫәптән берәү — уҡыусылар өсөн, үткәреү планлаштырыла: «Тарихи Башҡортостан топонимияһы» (географик объекттар тураһында), «112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары» (Бөйөк Ватан һуғышы тураһында), «Исемең матур!» (башҡорт исемдәре тураһында; мәктәп уҡыусылары өсөн), «1000 мотлаҡ һәм 10000 тәҡдим ителгән мәҡәлә» (ҡарағыҙ: «Энциклопедия үҙәге») һәм «Башҡорт Википедияһының белешмә биттәре».

Грантты тормошҡа ашырыу сиктәрендә шулай дөйөм оҙайлығы 20 сәғәт тәшкил иткән «Википедия: ҡыҫҡаса танышыу курсы» программаһы буйынса алты онлайн-дәрес үткәреләсәк. Бер дәрес уҡыусыларға тәғәйенләнә.

Проектты Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берлеге ярҙамында тормошҡа ашырыу планлаштырыла.

Һылтанмалар[править]

Сығынаҡтар[править]

Комментарии[править]

Викиновости и Wikimedia Foundation не несут ответственности за любые материалы и точки зрения, находящиеся на странице и в разделе комментариев.